М-12 «Көнсығыш» трассаһының Дүртөйлө-Әшит участкаһы беренсе ҡышты тулы әҙерлек менән ҡаршы алған

«Автодор» компанияһы белгестәре һалҡын осорҙа транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса миҙгелле эштәр башҡарған. Башҡортостанда һәм Пермь крайында 27 мең тоннанан ашыу боҙлауыҡҡа ҡаршы материал тупланған, шулай уҡ 60 берәмек самаһы техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Участкала 242 видеокамера һәм 71 транспорт детекторы булған автоматлаштырылған юл хәрәкәте менән идара итеү системаһы эшләй. Ете метеостанция һәм 249 билдә һәм табло водителдәргә һауа торошо тураһында мәғлүмәттәр тапшыра.

Түләүле федераль трассала авария комиссарҙары дежур итә. Улар бәләгә тарыған водителдәргә ярҙам күрһәтергә тейеш. Быларҙың барыһы ла автомобиль хужаларының уңайлылығы һәм уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнгән. Ярҙам тәүлек әйләнәһенә һәм, иң мөһиме бушлай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй асылған М-12 федераль трассаһы Башҡортостандың Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондарын үҙ эсенән ала.