Бөрө районында 200-ҙән ашыу һарыҡ боҙ аҫтына киткән

Ғәҙәттән тыш көндө ваҡ мал ныҡлап туңып өлгөрмәгән күлгә төшә. Ҡапыл боҙ ярылып йорт хайуандары һыуға бата. Уларҙың барыһы ла бер хужаға ҡарай. Кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ. Экологик һәләкәткә юл ҡуймаү өсөн бөгөн һәләк булған хайуандарҙы һыуҙан сығарыу планлаштырылған.

Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш министрлығының оператив төркөмө, шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкиле килгән.