Башҡортостанда 100 йәшлек Ғәфиәтулла Хәбибуллинды тәбрикләнеләр

Ул-Дүртөйлө районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улына «Дүртөйлө районының почетлы гражданы» исеме бирелде. Ғәфиәтулла Хәбибуллин 17 йәшенән үк Ватан һағына баҫа. Уҡыуҙан һуң 1943 йылдың июлендә ул Бөтә Союз Киев 6-сы танк полкына ебәрелә. Белоруссия фронтында ҡаты алыштар, контузия, яраланыу-йәш һалдат өлөшөнә ауыр һынауҙар төшә. 1949 йылдың октябрендә, Камчаткала хеҙмәт иткәндән һуң ғына өйөнә ҡайта. Тыныс тормошта Ғәфиәтулла Ғиниәтулла улы Ленин исемендәге колхозда механизатор булып эшләй.