Республикала тәүге медицина ярҙамы көсәйтелә

Асҡын район үҙәгендә яңы поликлиника файҙаланыуға тапшырылды. Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко медицина учреждениеһы эшенә видео элемтә аша старт бирҙе. Улар Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһен, айырыуса ауыл медицинаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларға юғары баһа бирҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Поликлиника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һәм “Тәүге медицина ярҙамын яңыртыу” төбәк программаһы буйынса төҙөлдө. Ике ҡатлы бина заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Медицина учреждениеһы 17 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Асҡын районында һуңғы ете йыл эсендә 18 фельдшер-акушер пункты сафҡа ингән. Ике йыл элек Иҫке Ҡаҙансы ауылында ла яңы табип амбулаторияһы асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеһы менән танышты. Тәүлек әйләнәһе халыҡ сәләмәтлеге һағында булған хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Айгөл Сабитова бында “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән. “Тыуған яғымда эшләү, яҡташтарыбмды дауалау ҙур ғорурлыҡ”, - ти белгес.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Радий Хәбиров Асҡынға эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса Совет ултырышын  уҙғарҙы.