Был турала хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Мәктәптәрҙән тыш, улар янындағы ихаталар, спорт майҙансыҡтары тәртипкә килтерелә. Шулай уҡ иҫке китаптар һәм ҡорамалдар яңыртыла. Уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса эш алып барыла. Быйыл 12 муниципалитетта 39 белем биреү объекты төҙөкләндерелә. Был маҡсатта 2 миллиард 200 мең һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.