Башҡортостандың төп сәхнәһендә «Башҡорт йыры–2025» еңеүселәре билдәләнде

Республиканың төп сәхнәһендә Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәре сағыу йондоҙҙары ҡатнашлығында моң байрамы.«Башҡорт йыры»-2025 телевизион конкурсының 15 йыллыҡ юбилей йомғаҡтарын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова барланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостандың төп сәхнәһендә күңелгә үтеп инерлек йырҙар, халыҡ моңо һәм бөгөнгө көнгә ауаздаш яңы йырҙар. Улар һәләтле йырсылар башҡарыуында тамашасыға еткерелде.Залда ултырған олоһо-кесеһе артистарға ҡушылып бергә йырланы,башҡорт музыка традицияларын дауам итеүселәрҙе ихлас алҡыштарға күмде.

Гала-концерт иң яҡшы сығыштарҙан төҙөлгән. Быйыл бәхет Азамат Ғәбәйҙуллинға йылмайҙы.Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 4 курс студенты финалға үтеп,конкурсанттар араһында иң юғары баһа гран-ари яуланы. Башҡортостандың иң шәп йырсыһына бағыусыларҙан ҡосаҡ-ҡосаҡ бүләктәр һәм 100 мең һумлыҡ ике сертификат тапшырылды. Сертификаттың береһен меценат Мәрйәм Солтанова тапшырҙы.

Быйыл «Башҡорт йыры» телевизион конкурсына ҡатнашыусыларҙан 150 заявка ҡабул ителгән. Улар араһынан 50 башҡарыусы телевидениела сығыш яһау хоҡуғын алған. 19 конкурсант гала-концертта сығыш яһаны.«Башҡорт йыры-2025» юбилей фестивалендә ҡатнашыусыларға үҙенсәлекле статуэткалар тапшырылды Ойоштороусылар финалға сығыусыларға мул бүләктәр әҙерләгән.

Иң әүҙем тамашасылар араһында иһә «Яҡтыкүл»,«Красноусол» шифаханаларына юлламалар һәм «Мастер зрения»оптика салондары селтәренән айфон уйнатылды. Бәхетле билет хужалары Өфөнән Зилә менән Ринат Петровтар айфонлы булды.

«Башҡорт йыры» телевизион конкурсы -быуындарҙы-быуындарға тоташтырыусы, башҡорт рухиәтен һаҡлаусы йәнле ваҡиға. Конкурс яңы исемдәр асты,сағыу моң байрамы аша халыҡты берләштерҙе

«Башҡорт йыры-2025»-быйыл башҡарыусылар араһында быуындар күсәгилешлеге көслө икәнен раҫланы. Халҡыбыҙ йырҙары һәләтле башҡарыусылар йөрәгендә яңы яңғыраш табыуы ла ҡыуаныслы. Сәхнәнән ағылған һәр көйҙә-халыҡтың күп быуатлыҡ тарихы, ата-бабаларҙың тормош тәжрибәһе, башҡорт моңоноң ҡабатланмаҫ матурлығы күрһәтелде.

«Башҡорт йыры» ул күңел байрамы, үткән һәм киләсәкте тоташтырыусы моңло күпер. Быйыл да йырсылар йөрәк менән һөйләште, тамырҙарын иҫкә төшөрҙө, ижадҡа илһамланды.Телетапшырыуҙар ярҙамында конкурс концерт залы сиктәренән сығып йырҙарҙы иң алыҫ ҡитғаларға таратты. Йырсылар башҡарған танһыҡ йырҙарҙы ҡала фатирҙарында һәм ауыл йорттарында тамаша ҡылырға мөмкин булды.

Гүзәл Борханова