Бөгөн Радий Хәбиров менән Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев видеоэлемтә аша ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, декабрь башында Үзбәкстан менән Башҡортостан төбәктәре араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылғайны. Һүҙ агросәнәғәт комплексы, сауҙа, туризм, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә сәнәғәт кооперацияһы, инвестиция сәйәсәте тураһында бара. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә бер нисә проект, шул иҫәптән Башҡортостан резиденттары үҙ производстволарын урынлаштырырға ниәтләгән «Бекабад» технопаркы инә.