Радий Хәбиров Хөкүмәт кәңәшмәһендә йыл һөҙөмтәләрен атаны

Республика Волга буйы федераль округында Ватанды һаҡлаусылар тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса беренсе урында. Башҡортостан заманса етештереү майҙансыҡтарын булдырыу өлкәһендә алдынғы позицияла. Фән һәм технологиялар үҫеше рейтингында беҙ етенсе. Декабрь уртаһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә йыл уңыштары һәм бурыстар билдәләнде. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостан башлығы Белоретта йылытыу мәсьәләһен системалы хәл итергә ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала ҡаланың ике биҫтәһе, шул иҫәптән социаль объекттар йылыһыҙ һәм эҫе һыуһыҙ ҡалғайны. Республика етәксеһе билдәләүенсә, ошондай хәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн системалы ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ бар,-тине Радий Хәбиров.

Ҡыш көнө буранлы көндәрҙә юл участкаларын ябыу ғәҙәти, ундай ваҡытта юлдағылар өсөн йылыныу пункттары булдырыу мөһим. Ҡар ҡамауында кешеләрҙе бәләлә ҡалдырырға ярамай, тине төбәк етәксеһе ведомстволарға.

Аҙна башында республиканың төньяҡ-көнсығышына эш сәфәренән һуң Радий ХәбировТәтешле районында колледж асыу кәрәклеген билдәләне.

2030 йылға тиклем республикала биш полилингваль мәктәп асыу күҙаллана. Төбәктә был йүнәлештә Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы, Баймаҡ ҡалалары, шулай уҡ Стәрлебаш, Мишкә, Тәтешле һәм Хәйбулла райондарында 11 белем биреү учреждениеһы эшләй.

Уларҙа уҡытыу башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, мари телдәрендә алып барыла.

Бынан тыш, Өфөлә һәм Стәрлебаш ауылында полилингваль балалар баҡсалары бар.Беренсе вице-премьер полилингваль белем биреүҙе үҫтереү өсөн Бөтә Рәсәй ғилми-методик үҙәген булдырырға тәҡдим итте.

Башҡортостандағы «Алға» махсус иҡтисади зонаһы Рәсәй иҡтисади зонаһының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге милли рейтингында өсөнсө урынды биләй.

«Алға» иҡтисади зонаһында 65 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән 25 резидент теркәлгән. Киләсәктә был һандар артыр тип көтөлә. Инвесторҙарҙа бындай биләмәләр ҡыҙыҡһыныу менән файҙаланыла.

«Зубов» һәм «рв-1» ике ҙур технопаркты сафҡа индереү өҫтөндә әүҙем эш алып барыла.

Төбәктә сәнәғәтте үҫтереү өсөн кадрҙар һәм фәнни эшмәкәрлек вуздарҙа алып барыла. 4 юғары уҡыу йорто 2030 йылға тиклемге өҫтөнлөклө проект буйынса уңышлы эшләй. Фәнни технологик үҫеш рейтингы буйынса республика Рәсәйҙә етенсе урында.

Рейтингты төҙөгәндә фән һәм бизнес бәйләнеше, йәш ғалимдарҙың эшмәкәрлеге, власть органдарының был йүнәлешкә иғтибары иҫәпкә алына.

Рәмилә Исмәғилева