Пациенттар менән медицина хеҙмәткәрҙәре бер-береһен ишетәсәк. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Республика пациенттар союзы үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Был хаҡта Дамира Сабирйәнова исемендәге премияны тапшырыу тантанаһында хәбәр ителде. Документ көнүҙәк мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеү өсөн хеҙмәттәшлекте камиллаштырырға ярҙам итергә тейеш.
Сарала яҡшы эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә Дамира Сабирйәнова исемендәге премия тапшырылды. Дамира Шәрифйән ҡыҙы дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен һаулыҡ һаҡлауға бағышлай, балалар хирургы булып эшләй, бай ғилми эшмәкәрлек алып бара, республикала медицина хеҙмәткәрҙәрен юридик яҡлауҙы формалаштырыу башланғысында тора. Уның исемендәге премия Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр тапшырылды.