Бөгөн Радий Хәбиров "Юнармия" хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән осрашты

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемен йөрөткән "Патриот" паркында ҡышҡы юнармия уйындары үтте. Унда 36 команда ҡатнашты. Өс көн дауамында үҫмерҙәр хәрби-медицина, физик әҙерлеген күрһәтте, йүнәлеште билдәләү, атыу буйынса иң яҡшылар асыҡланды. - "Юнармия" рәтенә  ҡушылыу  етди аҙым. Иң мөһиме - Бөйөк Рәсәйҙең граждандары булыуығыҙҙы онотмау, патриот булыу. Тарихты өйрәнергә, геройҙарҙы белергә, хәрби хеҙмәткә әҙер булырға кәрәк. Махсус хәрби операция  барышында 14 яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Уларҙың 8-е һәләк булды. Исемдәре хәтерҙә мәңге һаҡланыр, - тине Республика Башлығы. Бөгөн Башҡортостанда "Юнармия" хәрәкәтенә 30 меңдән ашыу уҡыусы ҡушылған.