Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Донъя халыҡтары ассамблеяһы советы ултырышында ҡатнашты. Уның белдереүенсә, бөгөнгө геосәйәси шарттарҙа ассамблея төрлө бәйләнештәр урынлаштырыу майҙансығы булып тора. Ул 100-ҙән ашыу илде берләштерә. Бар донъянан кешеләр һәм йәмәғәт ойошмалары ябай һәм мөһим эш башҡара - мәҙәниәт, мәғариф өлкәһендә берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашыра. Беҙ бөтә башланғыстарҙа ҡатнашырға, иң яҡшы тәжрибәләрҙе үҙебеҙҙә ҡулланырға әҙербеҙ, тине Андрей Назаров.