Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәмзиә Кәримова-Байбулатова тыуған мәктәбе уҡыусыларына үҙ премияһын тапшырҙы. Коллегабыҙ 2022 йылдан Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә китап уҡырға яратҡан, яҙышҡан, уҡыуҙа һәм йәмәғәт эштәрендә һынатмаған уҡыусыларҙы бүләкләй. Ошоға тиклем премияға 9 уҡыусы лайыҡ булһа, быйыл лауреаттар исемлеге тағы ла өс уҡыусыға тулыланды. Был юлы премияға 7-се класс уҡыусыһы Вилдан Ҡунаев, 8-се кластан Нәйлә Фәхрисламова һәм 11-се кластан Илназ Сафин лайыҡ булды