Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Саҡырыу» республика ҡышҡы йәш армеецтар уйындарында ҡатнашыусылар менән осрашты. Ярышта төрлө район-ҡалаларҙан барлығы 36 команда, һәр ҡайһыһында алтышар кеше ҡатнашты. Өс көн дауамында улар төрлө һынауҙар үтеп, физик әҙерлеген, медицина буйынса белемен күрһәтте. Сара аҙағында төбәк башлығы менән осрашып, һорау биреү мөмкинлеге лә булды. Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында уҙған осрашыуҙан хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
«Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-илһөйәрлек хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе туғыҙынсы йыл уңышлы эшләй, район-ҡалаларҙа йәш армеецтарҙың 602 отряды иҫәпләнә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында йыйылған уҡыусылар менән осрашып, үҫмерҙәргә ҙур өмөттәр бағланыуын билдәләне. Тап улар киләсәктә респблика үҫеше өсөн яуап бирәсәк.
Төбәк етәксеһе ҡайҙа хеҙмәт иткән? Ысын ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш? Республиканы киләсәктә нимә көтә? Радий Хәбиров йәш армеецтарҙы ҡыҙыҡһындырған ике тиҫтәгә яҡын һорауға яуап бирҙе. Башҡортостанда сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәләре үҫеше тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров йәш армеецтарҙы илдең төп патриоттары булыуын билдәләне. Республиканың да улар ышаныслы киләсәге.
Төбәк башлығы менән осрашыуҙан һуң «Саҡырыу» республика ҡышҡы йәш армеецтар уйындарына йомғаҡ та яһалды. Өс көн дауамында үҫмерҙәр парк биләмәһендә күп төрлө һынауҙар, ҡаршылыҡтар үтеп, иң көслө команда исеменә көрәшкән.
Гөлназ Хәйбуллина