Иртәгә Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш үтә

Ул Өфө ваҡыты менән сәғәт 2-лә башлана. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй президенты тура эфирҙа йыл ваҡиғаларына йомғаҡ яһай, журналистар һәм тамашасылар һорауҙарына яуап бирә. Һәр кем москва-путину.рф сайты аша, шулай уҡ 0-40-40 һандарына СМС хәбәр менән, 8-800-200-40-40 телефонына шылтыратып һорауын ҡалдыра ала. Шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Эксперттар быйыл күтәреләсәк темаларҙы күҙаллай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Дәүләт башлығына һорауҙарҙы программа тамамланғанға тиклем ебәрергә була. Бөгөнгә миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Быйыл Владимир Путин менән тура бәйләнештә Башҡортостандан 5 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнаша.