Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС бүлегенән Римма Закирова-Торба 10 мең никах теркәгән

Ул ошо өлкәлә 32 йыл эшләй. Римма Закирова-Торба тураһында социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. - Рәсәй һәм Башҡортостан ЗАГС органдары  хеҙмәтенә 108 йыл, ул иң боронғо дәүләт институттарының береһе. Римма Илдус ҡыҙын, барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайым, ти Радий Хәбиров. Бөгөн Рәсәйҙә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.