"Ватанды һаҡлаусылар" фондының республика филиалы Өфөлә яңы бинала урынлашты

Бөгөн Совет урамындағы объектта Республика  Башлығы Радий Хәбиров булды. Бина  Рәсәй  Оборона министры  урынбаҫары, "Ватанды  һаҡлаусылар" дәүләт фонды рәйесе  Анна  Цивилеваның шәхси ярҙамы  менән асылды.  - Яңы бина  уңайлы урынлашҡан - эргәлә Совет майҙаны. Ошонан яугирҙар махсус хәрби операцияға юлланды.   Проблемаларҙы бер  урында  хәл итергә  мөмкин. Район һәм  ҡалаларҙа  яугирҙар һәм ветерандарға ярҙам үҙәктәрен асабыҙ.  Әлегә  уларҙың һаны  унау, был эште  дауам итәбеҙ, - тине Радий  Хәбиров. Бөгөн Республика  Башлығы  ветерандар менән осрашты, уларҙы  Шайморатов  миҙалдары менән бүләкләне, шулай уҡ биш автомобиль асҡысы  тапшырҙы.