Өфөнән яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусы һәм үҙ теләге менән хәрби хеҙмәтте һайлаусылар юлланды. Улар баш ҡаланан тыш, республиканың башҡа район-ҡалаларынан йыйылған хәрбиҙәр. Махсус хәрби операция биләмәһенә дүрт тиҫтәнән ашыу яҡтабышыбыҙ юлланды. Ғаиләләре, яҡындары менән бергәләп ял итеп, көс туплағандан һуң улар хәрби бурыстарын үтәргә Башҡортостан етәкселеге тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа бара.

Яугирҙар тыуған ерҙә көс туплап махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Уларҙың бер өлөшө яуҙаштарына Октябрьский ҡалаһында ҡушыла. Артабан Донбасҡа юлды бергәләп дауам итәләр.

Вадим Виноградов, Өфө ҡалаһы Октябрь һәм Совет райондарының хәрби комиссары