Сарала эш биреүселәр менән стратегик сессия, вакансиялар йәрминкәһе үткәрелде. Хоҡуҡ институты студенттары араһында резюме конкурсы ойошторолдо. Сығарылыш курс студенттары эш биреүселәр менән аралашты, уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, консультациялар алды. Икенсе тапҡыр уҙғарылған форум студенттарға стажировка үтеү, хеҙмәт урыны табыу маҡсатын тормошҡа ашыра.