«Алға», алға! Иҡтисади биләмә милли рейтингта лидерҙар араһында

Рейтинг һөҙөмтәләрен Рәсәй кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зона ассоциацияһы ярҙамында Дәүләт Думаһының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы Юғары советы бюроһы комиссияһы эксперт советының берлектәге ултырышында иғлан иттеләр. Системалы, маҡсатлы эшләгәндәр генә уңышҡа өлгәшә. Туҡталмайынса алға барыу зарур. Беҙҙең махсус иҡтисади зона тап шуны раҫлай. «Алға» рейтингтың махсус номинацияларында еңгәйне инде, ике тапҡыр әүҙем үҫешеүсе биләмә тип табылды һәм бына хәҙер-тәүге өсәү иҫәбендә, -тип билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Маҡсат - 8-се  йыл рәттән үҫешкә  ирешеү.  Беренсе  вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов шулай тип  белдерҙе.  Башҡортостанда әле 2 мең ярым инвестиция  проекты ғәмәлгә ашырыла.  Уларҙың  дөйөм  суммаһы  1 триллион  300 миллиард һум.

Республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам системаһы  булдырылған.  Бизнесмендарға грант, субсидия, микрозайм, ташламалы  лизинг  ҡаралған. Консультация  алыу, белемде  камиллаштырыу  мөмкинлеге бар.  Гарантия фонды, "Минең бизнес үҙәге", Бәләкәй  эшҡыуарлыҡ  микрокредит компанияһы һәм  Төбәк лизинг компанияһы быйыл 1 меңдән ашыу  эшҡыуарға финанс ярҙам күрһәткән. Шулай  уҡ  Сәнәғәтте  үҫтереү фонды  аша  ҙур ярҙам  бүленә.

Иң ҙур инвестиция  проекттары  өҫтөнлөклө  статус ала. Уларға дәүләт ярҙамы  ҡаралған.  Әле был исемлектә  400-гә  яҡын проект  бар. Был проеттарҙы ғәмәлгә ашырыу  өсөн  900 миллиард һум тотонола.  30 мең эш урыны асылырға  тейеш.

Башҡортостанда һуңғы алты йылда инвестицияларҙың даими үҫешен тәьмин  итеүгә  өлгәшелгән. Йыллыҡ йәлеп  ителгән сумма өс тапҡырға артҡан. 267 миллиард һумдан 783 миллиардҡа еткән. Беҙҙең республика милли рейтингта  13 баҫҡысҡа күтәрелеп  лидерҙар рәтенә  ингән. 

Башҡортостан  биш йылдам үҫеш биләмәһе  булдырылған.  Был бер төбәк өсөн  мөмкин булған иң ҙур һан.  Әле уларҙа  138 компания-резидент эшләй. Йәлеп ителгән резиденттар һаны буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә адынғылар рәтендә.  Йылдам үҫеш биләмәләрен булдырыу  моноҡалаларҙа эшһеҙлектә  кәметергә  ярҙам иткән. Бәләбәй  һәм  Белоретта  күрһәткес  ун тапҡырға яҡшырған.  Благовещен һәм  Күмертауҙа эшһеҙҙәр 4 тапҡырға кәмегән.

Башҡортостанда "Инвестиция йәлеп  итеү үҙәге" төбәк штабы  булдырылған. Ул  инвестор менән тығыҙ эш алып бара. Инвесторҙар исемлеге төҙөлә, улар менән бәйләнеш урынлаштырыла,  проекттарын  ғәмәлгә  ашырыуҙа ярҙам күрһәтелә.

Башҡортостан Инвестиция  порталын быйыл  75 меңдән ашыу кеше ҡараған. "Саралар теҙмәһе", "Инвестиция картаһы", "Эшҡыуарҙарға ярҙам саралары", "Башҡортостан милке", "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" сервистары менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булған. 

Башҡортостан иҡтисадында алдағы  йылдарҙа ла ыңғай инвестицион үҫешкә  ирешеү маҡсаты  ҡуйыла.