Рәсәй президенты Башҡортостандың үҫешкән технологик базаһын юғары баһаланы

Бөгөн Владимир Путин 4 сәғәт ярым дауамында халыҡтың һәм журналистарҙың 80 һорауына яуап бирҙе. Төр темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Берләштерелгән тура бәйләнеш менән матбуғат конференцияһы Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә башланды. Владимир Путин залға 10 минуттан һуң инде. Дәүләт башлығы тәүҙә махсус хәрби операцияға туҡталды. Бөгөн илебеҙ именлеге өсөн 700 мең самаһы яугир көрәшә. Улар башлыса йәш кешеләр, шул иҫәптән 90-сылар быуыны.

Осрашыу барышында иҡтисад, социаль сәйәсәт, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кеүек төрлө темалар күтәрелде. Президент инфляцияны кәметеү, демография, торлаҡ төҙөлөшө тураһында ентекләп һөйләне. Владимир Путин һуңғы йылдарҙа ислам донъяһы илдәре менән бәйләнештәрҙең яҡшырыуын билдәләне. Ул Башҡортостан һәм Татарстандың был өлкәләге тәжрибәһен үрнәк ҡуйҙы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова президентҡа Башҡортостандан ялҡынлы сәләм тапшырҙы. Ул Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе.

Тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы власть органдарының халыҡ менән туранан-тура аралашыу майҙансығы булып тора. Был сара ярҙамында граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирә ала, ә дәүләт етәксеһе илдәге хәл тураһында шәхси баһаһын белдерә һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлаша.

Конференция аҙағында президент бөтә журналистарға ла иғтибарҙары өсөн рәхмәт әйтте һәм киләһе йылда ла хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе. Был сара Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

И. Байбулатов