Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар үҙҙәре ҡаршы алған. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, 20 кубометр төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылғайны. Шулай уҡ төрлө ойошма-предприятиелар тарафынан техникалар өсөн запас частар һәм тәгәрмәстәр, электр генераторҙары ла тейәлгән булған. Яугирҙарға Башҡортостан халҡы медикаменттар, шәхси гигиена әйберҙәренән посылкалар ҙа ебәргән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар яҡташтары сәләмен ихлас ҡабул итеп алды.