Баймаҡтың Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы төбәктә юғары квалификациялы ауыл хужалығы кадрҙары әҙерләүсе иң төп уҡыу йорто. Ул үҙенең ярты быуатлыҡ тарихы менән ғорурлана ала. Зәкәриә Аҡназаров исемендәге колледж үҙенең юбилейын билдәләне.
Баймаҡ район мәҙәниәте йортонда үткән юбилей сараһында студенттарҙың иң яҡшы проекттары һәм ҡаҙаныштарын сағылдырған күргәҙмә эшләне. Сарала хаҡлы ялдағы уҡытыусы-мастерҙар, сығарылыш студенттары, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Рәсми өлөштә колледж ярты быуатлыҡ юбилейы уңайынан ҡотлау һүҙҙәре һәм бүләктәр ҡабул итте. Үҙ эшенең оҫталарына лайыҡлы наградалар тапшырылды.
Йылда 29-сы һөнәри-техник училище булараҡ үҙ эшен башлаған уҡыу йорто, 2015 йылдан эшмәрәклеген Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы булараҡ дауам итә. Ошо дәүер эсендә ул 14 меңгә яҡын квалификациялы белгес әҙерләп сығарған. Хәҙер инде ул 4 уҡыу йортон берләштергән ҡеүәтле һөнәри белем усағы.
Бөгөн уҡыу йорто коллективы тәрбиәүи эште патриотик йүнәлештә алып бара. Рухлы, белемле, аҡыллы, заманса ҡарашлы шәхес тәрбиәләү маҡсатында кадеттар төркөмө асылды. Улар ысын Ватан һаҡсыһы булараҡ тәрбиәләнә.
Абруйлы ҡунаҡтар Зекериә Аҡназаров бюсына сәскәләр һалды. Заман менән бергә атлаған колледж тарихында бик күп данлы исемдәр яҙылған. Уның юбилей тантанаһы ла шул тарихтың сағыу бер ваҡиғаһы булып ҡаласаҡ.
Рүзилә Ғүмәрова