Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, билдәле сәйәхәтсе Камил Йыһаншиндың «Серле тайга» китабы исем туйы үтте. Кисәлә авторҙың ҡәләмдәш дуҫтары, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары ҡатнашты. Башҡорт телендә нәшер ителгән китапта Камил Йыһаншиндың повестары һәм хикәйәләре тупланған. Рус телендә яҙылған әҫәрҙәрҙе Башҡортостандың халыҡ яҙысылары Гөлнур Яҡупова, Әмир Әминев һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева тәржемә иткән.