Хәйбулла районында танышыу проекты тәүге ғаиләләрҙе барлыҡҡа килтерҙе

Яңғыҙлыҡ проблемаһын нисек хәл итергә? Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы йәштәрҙе таныштырыу һәм ғаилә ҡороуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн танышыу проекты ойошторған.

Йыл башында барлыҡҡа килгән проект әлеге ваҡытта һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә генә райондың «Йәмиғ» мәсетендә танышыу проекты сиктәрендә бер-береһен тапҡан 4-се бәхетле пар никах туйҙарын үткәргән. Хәйбулла районы ҡыҙы Айгизә Насирова менән Баймаҡ районы егете Фәнил Фәйзуллин үҙеңдең икенсе яртың менән ғаилә ҡороу оло бәхет тип иҫәпләй.

Проектта 30 йәштән 45-кә тиклемге алдынғы ҡарашлы, рухлы, эшләп йөрөгән һәм насар ғәҙәттәре булмаған башҡорт йәштәре ҡатнаша. Аралашыу өсөн чат булдырылған. Онлайн формат нигеҙендә ойоштороусылар йәнле осрашыуҙар ҙа үткәрә. Улар уйын формаһында, милли йолалар менән ҡушылып, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп ойошторола.