Эльвира Айытҡолова: Владимир Путин менән тура бәйләнеш татыу ғаилә һөйләшеүен хәтерләтте

Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары татыу ғаилә эсендә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе хәтерләтте. Рәсәй Президентының халыҡ менән тура бәйләнештә аралашыуын күҙәткән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ошондай фекерҙә.

Рәсәй парламенты ағзаһы фекеренсә, ҙур матбуғат конференцияһы дәүләт башлығының ил тормошона ҡағылышлы мәсьәләләрҙе яҡшы белеүен, тура бәйләнештә ҡатнашыусы һәр кемгә ихтирам менән ҡарауын күрһәтте. Эльвира Айытҡолова, дөйөм алғанда матбуғат конференцияһында алдағы йылдарға аныҡ бурыстар ҡуйылыуын, ил етәксеһенең халыҡты татыу ғаиләлә кеүек берҙәмлеккә әйҙәүен билдәләне.