Ике аҙнанан ашыу ял иткәндән һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды. Хәрбиҙәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Дим һәм Өфө райондары хәрби комиссары, подполковник Эрнест Кәбиров тәбрикләне. Ил өсөн яуаплы һәм һынылышлы осорҙа хәрбиҙәргә рух ныҡлығы һәм тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Ғаиләләре, яҡындары менән ял итеп, көс туплағандан һуң яугирҙар хәрби бурысын үтәргә Башҡортостан етәкселеге тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа юллана.