Шаран районы ауылдарында урындағы башланғыстар программаһы сиктәрендә саралар үтте

Шаран районы Баҙғыя һәм Түбәнге Зәйет ауылдарында урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы сиктәрендә саралар ойошторолдо. Баҙғыяла сәләмәтлек һуҡмағы асылды. Экологик сара ауыл өсөн ҙур байрамға әүерелде. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә саф һауала ял сәғәттәрен күңелле һәм файҙалы үткәрҙе. Киләһе йыл улар Үҙәк урамда юлды төҙөкләндерергә ниәтләй. Түбәнге Зәйет ауылында йәшәүселәр иһә быймалы хоккей уйынында көс һынашты. Ирекмәндәр илһөйәрлек проекттары менән сығыш яһаны. Түбәнге Зәйет халҡы ла киләһе йыл биләмәлә юлдарҙы ремонтлау теләге менән яна.