Башҡортостан тәжрибәһе сит илдәрҙә сәнәғәт майҙансыҡтары булдырыу өсөн ҡулланыласаҡ

Ил президенты Владимир Путин Тажикстан менән Рәсәйҙең берлектәге индустриаль паркына аңлатма бирҙе. «Йыл йомғаҡтары» программаһының тура эфирында дәүләт башлығы был проекттың уңышлы буласағына ышаныс белдерҙе. Президент 4 сәғәт ярым дауамында халыҡтың һәм журналистарҙың 80 һорауына яуап бирҙе. Төрлө темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов репортажы.

Берләштерелгән тура бәйләнеш менән матбуғат конференцияһы Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә башланды. Владимир Путин залға 10 минуттан һуң инде. Дәүләт башлығы тәүҙә махсус хәрби операцияға туҡталды. Рәсәй ғәскәрҙәренең уңыштары-уҙып барған йылда илебеҙҙең төп ҡаҙанышы, тине президент. Ул шулай уҡ BBC журналисының яңы махсус хәрби операциялар көтөргә кәрәкме тигән һорауына аныҡ яуап бирҙе.

Осрашыу барышында иҡтисад, социаль сәйәсәт, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кеүек төрлө темалар күтәрелде. Президент инфляцияны кәметеү, демография, торлаҡ төҙөлөшө тураһында ентекләп һөйләне. Владимир Путин һуңғы йылдарҙа ислам донъяһы илдәре менән бәйләнештәрҙең яҡшырыуын билдәләне. Ул Башҡортостан һәм Татарстандың был өлкәләге тәжрибәһен үрнәк итеп ҡуйҙы.

Владимир Путин, МАКС милли мессенджерын ни өсөн булдырырға кәрәк тигән һорауға ла яуап бирҙе. Телеграмм һәм ватцапҡа ҡарата проблема тик бер генә-Рәсәй закондарын үтәүҙә.

Бынан тыш, Президент илдә һалымдарҙы ни өсөн арттырырға кәрәклеген аңлатты.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйсән Закирова президентҡа Башҡортостандан ялҡынлы сәләм тапшырҙы. Ул Тажикстанда индустриаль парк булдырыуҙа Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге һәм тәжрибәһе тураһында һорау бирҙе.

Коллегабыҙ халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә бәйле һорауҙы осраҡлы ғына һайламаған. Башҡортостан йөҙҙән ашыу ил менән хеҙмәттәшлек итә. Былтыр тышҡы сауҙа әйләнеше 6,4 процентҡа артҡан. Матбуғат конференциянан һуң Ләйсән Закирова тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Быйыл Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһында Башҡортостандан биш журналист ҡатнашты.

Тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы власть органдарының халыҡ менән туранан-тура аралашыу майҙансығы булып тора. Был сара ярҙамында граждандар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирә ала, ә дәүләт етәксеһе илдәге хәл тураһында шәхси баһаһын белдерә һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлаша.

Конференция аҙағында президент бөтә журналистарға ла иғтибарҙары өсөн рәхмәт әйтте һәм киләһе йылда ла хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын белдерҙе. Был сара Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

И. Байбулатов