Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә дөрөҫ һәм объектив мәғлүмәт еткергән өсөн рәхмәт белдерҙе. Абруйлы премия төбәк етәксеһе башланғысы менән 2023 йылда булдырылғайны. Төбәктә 6 миллион һумлыҡ бүләкләү фонды булған берҙән-бер журналистар конкурсы еңеүселәре тураһында киләһе материал.
БСТ каналының ижади төркөмө «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына лайыҡ булды. Ике йыл эсендә республиканың төрлө район-ҡалаһында йәшәгән йөҙ әсә тураһында тапшырыу эфирға сыҡҡайны. Программа геройҙары ил һағына баҫҡан улдарының бала сағы, мәҡтәп йылдары, яратҡан шөғөлдәре тураһында һөйләп, заман батырҙарын асырға ярҙам итте. Проект сиктәрендә әсәләр өсөн Өфөлә хәйриә концерттары ла уҙғарылды.
Быйыл мәртәбәле конкурсҡа авторҙар һәм ижади коллективтарҙан 159 эш ҡабул ителгән. Улар иҫәбендә-аналитик мәғлүмәт, публицистик материалдар, теле- һәм радиопрограммалар. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса 20 еңеүсе 300-әр мең һум күләмендә премия менән бүләкләнде. Наградаларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Дөрөҫлөк», «Яуаплылыҡ», «Ҡаһарманлыҡ», «Йыл ғәмәле», «Һиҙгер йөрәк» номинацияларында айырым билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында республика район-ҡала гәзиттәре журналистары ла бар.
Башҡортостандың медиаберләшмәһе замандың көнүҙәк саҡырыуҙарына һөҙөмтәле яуап бирә. Республикалағы барлыҡ ваҡиғалар тураһында оператив мәғлүмәт еткерелә.
Республикала махсус хәрби операцияға, хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға айырым иғтибар бүленә. Дүрт йыл эсендә алғы һыҙыҡтан йөҙҙәрсә сюжет, репортаждар әҙерләнде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров БСТ телеканалың «Ватан һаҡсылары» тапшырыуын, «Атай» телевизион конкурсын да билдәләп үтте. Быйыл төбәктә хәрби хәбәрселәр тураһында закон да ҡабул ителде. Уҙған аҙнала туғыҙ журналистҡа таныҡлыҡ тапшырылды. «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһына килгәндә, бүләкләнеүселәр араһында «Яңылыҡтар» хеҙмәтендә оҙаҡ йылдар эшләп, бөгөн контракт буйынса махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән «Журналист» ҡушаматлы яугир ҙа булды.
Бүләкләү тантанаһында төбәк өсөн мәһим тематик проекттар ҙа билдәләнде. «Башҡорт каникулдары», «Бәхет биләмәһе», «Рәсәй патриоттары» һәм «Башҡортостан генералдары» документаль фильмдар циклы ла улар иҫәбендә булды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының бөгөн дөрөҫ мәғлүмәт сығанағы булыуын, ихтыяж менән файҙаланыуын билдәләне.