Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылында яңыртылғандан һуң мәҙәниәт йорто асылды

Капиталь ремонт муниципаль мәҙәниәт учреждениеларын реновациялау йүнәлеше буйынса «Башҡортостанда мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы башҡарылған. Клуб танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Төҙөкләндергәндән һуң кабинеттар, сәхнә, тамаша залы яҡты, йылы һәм уңайлы. Китапхана ла яңыртылған. Ауылда талантлы, әүҙем, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы халыҡ йәшәй. Ремонттан һуң асылған клубта ауылдың өлкәндәр һәм балалар вокаль, бейеү коллективтары, драма түңәрәктәре яңы көс менән эшләй башлаясаҡ. Тантанала махсус хәрби операция яугиры Илгиз Сәйфуллин «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.