Буласаҡ әсәләргә заманса медицина ярҙамы. Шаран районында «Ғаилә» милли проектының «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» проекты сиктәрендә гинекология бүлеге асылды. Программа ҡатын-ҡыҙҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Был ваҡиға райондың һаулыҡ һаҡлау үҫешендә, «акушерлыҡ һәм гинекология» профиле буйынса ҡатын-ҡыҙҙарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә, тыуымды арттырыуҙа ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында 38 буласаҡ әсә иҫәптә тора. Быйыл районда 114 бала тыуған. Яңы бүлектә ЭКГ һәм УЗИ, яралғының йөрәк тибешен үлсәү аппараттары, кальпаскоптар, креслолар, сабыйҙарҙы биләү өҫтәле бар. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында бөтә төр анализдарҙы ла тапшырырға мөмкин.