Өфөлә диабет менән сирле балалар өсөн файҙалы аш-һыу оҫталыҡ дәресе үтте

Өфөлә диабет менән сирле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Белгестәр һаулыҡҡа зыянһыҙ яңы йыл өҫтәле әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты. Дәрес Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған «Диабет мәктәбе: үҙләштереүҙең яңы сиктәре» проекты буйынса ойошторолдо. 1-се типтағы диабет менән сирләүселәр ҡанда шәкәр кимәлен нормала тотоусы инсулин дозаһын билдәләү өсөн ашаған аҙыҡта углевод кимәлен яҡшы белергә тейеш. Оҫталыҡ дәресен табип-экндокринолог, диетолог һөм 39-сы гимназия ашнаҡсылары үткәрҙе.

Беҙ балаларға ярҙам итергә, уларҙы үҙаллы файҙалы аҙыҡ әҙерләргә, углеводтарҙы һанарға өйрәтергә теләйбеҙ.

Инесса Нурыева, проекттың пиар-белгесе

Балалар беҙҙә аҙыҡ-түлектең организмға йоғонтоһон асыҡларға, уларҙа икмәк берәмектәрен дөрөҫ иҫәпләп сығарырға өйрәнә.

Ангелина Берёзко, Өфөнөң 5-се дауаханаһының балалар эндокринологы

Оҫталыҡ дәресен уҙғарырға «Диамапы» диабет менән сирле балалар һәм өлкәндәргә ярҙам ойошмаһы тәҡдим иткән. Кулинар дәрестәр Өфөнөң 7 мәктәбендә, йәғни баш ҡаланың һәр районындағы берәр белем усағында уҙғарыла.

Ойошманың эше өс йүнәлештә алып барыла-беренсенән беҙ эндокринологтар булмаған район-ҡалаларға сығып күсмә диабет мәктәптәре уҙғарабыҙ. Бынан тыш, республика балалар клиник дауаханаһында ижади диабет мәктәбендә малай -ҡыҙҙарға киләсәктә файҙалы буласаҡ медицина изделиелары әҙерләргә өйрәтәбеҙ. Ә өсөнсө йүнәлеш ул бөгөнгө кулинар мәктәп./Өфөлә диабет менән сирле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

Гүзәл Щанина, «Диамапы» ойошмаһы етәксеһе