Бөрө районындағы күл төбөн һәләк булған хайуандарҙан таҙартыу дауам итә

Бөрө районындағы күл төбөн һәләк булған хайуандарҙан таҙартыу дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Луч утары эргәһендә тотош һарыҡ көтөүе һыу аҫтына китә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ҡотҡарыусылар 800-гә яҡын ваҡ малды боҙ өҫтөнә сығарған, мөғжизә менән һарыҡтарҙың береһе иҫән ҡалған. Белгестәр уны хужаһына тапшырған. Хужалыҡ етәксеһе тәүге мәлдә батҡан малдар һанын ике-өс тапҡырға кәметергә маташҡан. Уның шулай уҡ элек тә күл янында законһыҙ мал көткән булыуы билдәле. Экологтар тарафынан эпидемиологик хәл даими контролдә тотола, анализ өсөн һыу өлгөләре алына.