Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтендә студент ҡыҙ икенсе йыл тракторсы булып эшләй

Ябай ҡыҙыҡһыныуҙан яуаплы эшкә. Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтендә студент ҡыҙ икенсе йыл тракторсы булып эшләй. Ауыл хужалығы техникаһына идара иткән ҡыҙға бөгөн баш ҡала урамдары ла ышанып тапшырылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Марина Потапова хужалыҡта икенсе йыл.. Тракторға идара иткән ҡыҙға техниканы һүтеп-йыйыу ҙа бер ни тормай. 20 йәшлек студент эшен Башҡорт дәүләт аграр университетындағы уҡыуы менән бергә алып бара.

Күңелем ауыл хужалығы тармағына тарта. Шуға ла эште механиканан башларға булдым. Тәүҙә тракторға ултырҙым. Әле ике йыл эшләүемде иҫәпкә алғанда, үҙ маҡсатыма ирешкәнмендер тип уйлайым. Олатайым йөк машинаһы водителе булып эшләй, ә атайым Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре. Буш ваҡытында ул шина монтажлауҙа ла эшләп ала. Бәлки, миңә шул да йоғонто яһағандыр тием.

Марина Потапова, Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәте механизаторы

Марина үҙе лә шаяртып атайым ҡыҙын түгел, улын техника йәнле булып үҫеүен теләгән. Шулай ҙа студент ҡыҙ коллегалары араһында ла һынатмай. Көндәлек планды арттырып үтәргә тырыша.

Әйткәндәй, Өфөнөң Ленин районы буйынса төҙөкләндереү хеҙмәтенә МТЗ тракторы, С һәм Д категория водителдәре талап ителә. Полина Потапова эшсе һөнәргә һөйөүен үҙ миҫалында иҫбатлап, башҡаларға ла өлгө булып тора. Ә ҡыҙҙың киләсәккә маҡсаттары юғары.

Азат Ғәлиуллин