Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге майҙанда 10 метрлы биҙәлгән шыршы, «Роснефть " символы - аҡ айыу һәм балҡып торған “2026” йыл тигән конструкция урынлаштырылды. Башҡортостан нефтселәре байрам сараһына «беренселәр хәрәкәте»нән һәм шефлыҡҡа алынған приюттан балаларҙы саҡырҙылар.Балалар алдан таратылған уйынсыҡтарын теләктәр әйтеп, шыршыға элеп сыҡты. Һәр балаға бүләктәртапшырылды. «Башнефть " ирекмәндәре төрлө уйындар үткәрҙе, “Башнефть-Розница”тәмле хот-догтар, ҡайнар сәй менән һыйланы. Майҙанда, байрам экспозицияһынан тыш, фудтрак ҡуйылған. Шыршы 2026 йылдың 1 февраленә тиклем байрам кәйефе өләшәсәк.