Башҡортостандан МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар колонна юлға сыҡты

Бөрйән халҡы алғы һыҙыҡҡа “Нива” автомобиле, алты мобиль мунса, покрышка, ағас материалдары, автономлы йылытҡыстар, Кер йыуыу машиналары, газ балондары, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, посылкалар оҙатты. Илеш районынан Курск өлкәһенә аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре, инструменттар һәм башҡа кәрәк-яраҡ тейәлгән ике “Нива” машинаһы юлланды. Автомобилдәрҙең береһен Үрге Йәркәйҙән эшҡыуар Динар Басимов биргән, икенсеһе урындағы халыҡ иҫәбенә алынған. Был турала район хакимиәттәре социаль селтәрҙә белдерә.