Документ махсус хәрби операция ветерандарына социаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Уға ярашлы, банктан бирелгән карта-танытманы ҡулланыу мөмкинлектәре арта, республикала ҡаралған ярҙам сараларын файҙаланыу ябайлаша. Бөгөн Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн төрлө ярҙам күрһәтелә. Уларҙың балаларын бушлай ашатыу, "һөт кухняһы", ташламалы юл йөрөү, балалар баҡсаларына сиратһыҙ алыу, бушлай түңәрәктәр, шифаханаға юллама, газ үткәреүгә субсидия һәм башҡа саралар ҡаралған. "СВОи" картаһын ҡулланыусылар өсөн бындай ташламаларҙы алыу ябайлаша. Был карта социаль һәм банк картаһы, ветеран танытмаһы функцияларын берләштерә.