Яңы йыл каникулында көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙа өҙөклөктәр булмаҫҡа тейеш

Был мәсьәлә  республика хөкүмәтендә ҡаралды.  - Башҡортостан күп йүнәлештәр буйынса яҡшы күрһәткестәргә ирешә. Контейнер майҙансыҡтарын асыу, яңы техника алыу буйынса план раҫланған. Байрам  көндәрендә халыҡ мөрәжәғәттәренә иғтибарҙы арттырға, сүп сығарыуҙы яҡшы ойошторорға кәрәк, - тине  Андрей Назаров. Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары 436 махсус техника менән сығарыласаҡ.