Башҡортостан хужалыҡтарында йомортҡа етештереү артҡан

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә,  2024 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк продукция һатыуға сыҡҡан. 2025 йылда 950 миллион йомортҡа етештерелгән. Был халыҡ ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. - Республикала ҙур фабрикала ҡош киҙеүе теркәлгәндән һуң күрһәткестәр әкренләп яҡшыра, тине Илшат Фәзрахманов.