Яҡтар төбәктең Рәсәйҙең иң ҙур техник вуздарының береһе менән хеҙмәттәшлеген нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Михаил Погосян билдәләүенсә, Рәсәйҙең аэрокосмос вуздары консорциумы эшмәкәрлеге сиктәрендә юғары уҡыу йорто Өфө фән һәм технологиялар университеты менән үҙ-ара эшмәкәрлек итә. Әле университетта Башҡортостандан 169 студент белем ала, уларҙың 23-ө-маҡсатлы нигеҙҙә. Быйыл республика был ВУЗ-ға уҡырға инеүселәр һаны буйынса тәүге 5 төбәк иҫәбенә ингән. Радий Хәбиров Йыһан технологиялары үҙәге һәм авиация техникаһы үҙәге лабораторияларын ҡараны, пилотһыҙ авиация өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.