Яңы йыл байрамдарында сүп-сар сығарыу өҙлөкһөҙ ойошторолорға тейеш

Яңы йыл байрамдарында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса саралар ваҡытында ойошторолорға тейеш. Хөкүмәт йортонда ойошторолған кәңәшмәлә был мәсьәләгә айырым иғтибар бүленде. Билдәле булыуынса, сүп-сар сығарыуға 436 берәмек техника йәлеп ителгән. Премьер-министр Андрей Назаров район-ҡалаларҙа был йүнәлештә эште өҙлөкһөҙ алып барырға, халыҡтың мөрәжәғәттәрен оператив эшкәртергә ҡушты. Шулай уҡ муниципалитеттар етәкселеге һәм төбәк операторҙары алдында яуаплы бурыстар ҙа ҡуйылды.