Хөкүмәт йортонда Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия киләһе йылға эш планын раҫланы. Ултырышта шулай уҡ халыҡты ашығыс иҫкәртеү буйынса комплекслы системаны үҫтереү буйынса сараларҙың юл картаһы билдәләнде. Һауа торошо шарттарына бәйле «Йоҡа боҙ» профилактик акцияһы 31 декабргә тиклем оҙайтылды. Яңы йыл байрамдарында республиканың барлыҡ көстәре юғары әҙерлек режимында буласаҡ. Әле үк янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәртеү саралары үтә. Керәшен байрамында ла һыу объекттары иғтибар үҙәгендә буласаҡ.