Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 4-се класс уҡыусыһы ноябрҙә Радий Хәбировҡа Республика көнөнә арналған һүрәтен бүләк итеү теләге менән тура бәйләнешкә сыҡҡайны. Осрашыуҙа төбәк етәксеһе үҙенең эше хаҡында һөйләне һәм уҡыусыға яңы йыл бүләге тапшырҙы. Аралашыу барышында ҡыҙ дизайнер булырға хыялланыуы, икенсе йыл балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыуы хаҡында әйтте. Радий Фәрит улы аралашыуҙа бик ябай, ысын Ҡыш бабай кеүек бейек,-ти Әминә. Башҡортостан башлығы яңы йыл алдынан барыһының да Ҡыш бабай ролендә бер аҙ булырға теләүен билдәләне.