Өфө клиникаларының береһендә өҙөлгән ҡолаҡты тергеҙеү буйынса уникаль операция яһалды

Ҡолағын эт тешләп өҙгән пациент Белорет ҡалаһындағы травмпунктта беренсе медицина ярҙамы алғандан һуң баш ҡалалағы шәхси клиникаға мөрәжәғәт итә. Клиника директоры Артур Гасаев бер нисә этапта яһала торған операцияны бер юлы эшләп пациенттың ҡолағының эстетик матурлығын да ҡайтара. Пациент әле реабилитация үтә.

Эт хужаһының ҡолағының яртыһын тешләп өҙгән. Беҙ ҡолаҡ ҡыуышлығын тергеҙеп матур форма бирҙек. Ҡабаттан операция кәрәкмәҫ, тип уйлайым.

Артур Гасаев, клиника директоры, пластик хирург

Бик һәйбәт килеп сыҡҡан, хәҙер яңы ҡолаҡлы булдым. Алтын ҡуллы хирургка рәхмәт.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо уҡ клиникала күптән түгел аттан йығылып төшөп ҡолағы өҙөлгән Миәкә районы егетенә 16 сәғәттән һуң операция яһап ҡолағын урынына кире теккәйнеләр. Ғәҙәттә ике-дүрт сәғәттән һуң был хәл мөмкин түгел. Клиникала үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле хирургтар эшләй.