Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙының 81-се йәшендә йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Улар алтмыш йылға яҡын бергә йәшәй. Мәрхүмәнең яҡындарының ауыр ҡайғыһын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уртаҡлашты. Тәлғәт хәҙрәт социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡатынының рухына доға ҡылыуҙы һораған. Бөгөн, Рәжәб айының өсөнсө көнөндә, тормош иптәшем, балаларыбыҙҙың әсәһе Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсте. Урыны Ожмах түрендә булһын,-тип яҙған баш мөфтөй.