Муай-тай буйынса халыҡ-ара турнир еңеүсеһе Зарина Исламова Башҡортостанға ҡайтты

Уҙған айҙа Сибай ҡыҙы Японияла чемпион исемен яуланы. Ул Камбоджа вәкилен нокаутта еңеп, алышты ваҡытынан алда тамамланы. Шулай уҡ Зарина быйыл кикбоксинг ҡағиҙәләре буйынса үҙенең беренсе профессиональ алышын үткәргән, унда тәжрибәле дәғүәсеһен еңгән. Ғинуарҙа спортсы тай боксы буйынса донъя чемпионы билбауы өсөн титул алышын үткәрергә ниәтләй. Әле ул ғаилә хәле буйынса бер нисә көнгә өйөнә ҡайтҡан. Зарина күнекмәләрҙе Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыу менән берлектә алып бара. Өҫтәүенә, хәҙер ул рингҡа мотлаҡ рәүештә башҡорт селтәрендә һәм бүрек кейеп сыға.