Дәүләт Йыйылышы депутаттарынан кескәйҙәргә яңы йыл бүләге

Яңы йыл алды мөғжизәләргә бай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 200-ҙән ашыу баланы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына саҡырҙы. Кескәй тамашасылар араһында физик мөмкинлеге сикләнгән балалар ҙа, етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр ҙә, алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙҙың ул-ҡыҙҙары ла бар. Тылсымға бай тамашанан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Театрҙың фойеһы дәртле йыр-моңдарҙан яңғырап тора. Әкиәт геройҙары кескәйҙәр өсөн төрлө уйындар ойоштора, йырлата. бейетә. Балалар ҙа ихлас, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм киләһе йылдың символы ат менән ҡупшы шыршы тирәләй әйләнә, күңел аса. Өфөнөң 28-се коррекция мәктәбе коллективы тамашаға 20-нән ашыу уҡыусы алып килгән, балалар байрамды көтөп алды, ти педагогтар.

Кескәй тамашасыларға байрамды Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары бүләк иткән. Саҡырылыусылар араһында махсус хәрби операция яугирҙарының балалары ла, етем, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр ҙә, физик мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә бар. Һәр кеше яңы йылдан мөғжизә көтә, ти улар.

Парламент рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, депутаттар хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнаша. Яңы йыл алдынан улар даими рәүештә кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашыра.

Байрам мөғжизәле мәлдәргә бай булды. Балалар шыршы тирәләй уйнап-йырлағандан һуң Алексей Симуков әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән «Аҡ ҡанатлы хыялым» спектаклен ҡараны. Әкиәт геройҙары менән бергә тылсым тулы киңлектәргә сәйәхәт ҡылды.

Р. Кәримова