Яңы йыл байрамдарында Өфө үҙәгендә бушлай парковкалар эшләй

Был турала баш ҡала хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығынан белдерәләр. 31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем парковкалар менән түләүһеҙ файҙаланырға була, 12 ғинуарҙан улар ғәҙәти режимда эшләй.