Республика хөкүмәтендә Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына йомғаҡ яһалды. Вице-премьер Руслан Хәбибов белдереүенсә, яугирҙарға комплекслы ярҙам буйынса ныҡлы нигеҙ булдырылды. Киләһе йылда маҡсат - Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ярҙам үҙәктәрен асыу. Әле улар 27 район һәм ҡалала бар. Һәр береһендә психолог һәм юрист кабинеттары, ҡабул итеү, ял бүлмәләре ҡаралған. - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән системалы эш алып барырға кәрәк. Ветерандарҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға ҙур иғтибар бирергә тейешбеҙ, тине Руслан Хәбибов.