Махсус хәрби операция ветерандарының һәр береһе эшкә урынлашырға тейеш

Был турала бөгөн  вице-премьер Руслан Хәбибов белдерҙе. Өфө ҡала советы ултырышында махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына йомғаҡ яһалды. - Бөгөн күп ветерандар тыуған яғына ҡайта. Беҙҙең маҡсат яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн тейешле шарттар булдырыу. Уларға тулыһынса диспансеризация һәм реабилитация уҙғарырға кәрәк. Ветерандарҙы мәҙәни, спорт һәм йәмәғәт проекттарына ылыҡтырыу бурысы  ҡуйыла, - тине Руслан Хәбибов.